Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-01-2013, 09:56 | Категория: Ҡоштар / Йорт хайуандары

Просмотров 1 772
"Аҡбуҙат"та баҫылған:01-2013
Рубрика:Ҡоштар / Йорт хайуандары
Исеме:Бесәй менән турғай
Автор:Тамара Искәндәриә
Район:
Ауыл:
Рәссам:Глеб Голубев
 Бесәй менән турғай/Тамара ИСКӘНДӘРИӘ

Балконда бесәй тора,
Мыйығын майлап бора:
“Берәй турғай ҡунмаҫмы,
Миңә ризыҡ булмаҫмы?”

Турғайҙар ҙа хәйләкәр,
Етеҙ килеп ҡуналар.
Ҡунмаҫ ине, һыуыҡта
Улар бик-бик туңалар.

Балкон ситенә ҡунып,
Күҙләйҙәр емеш-еләк.
Ҡурҡыуҙарын еңәләр,
Ҡурҡыуҙан көслө теләк.

Өләсәй ҡышҡылыҡҡа
Баулап элгән бит балан.
Бесәй күҙәтә ҡошто,
Ҡаранып алан-йолан…

“Тоттом, — тиеп, — ҡошсоҡто!”
Ырғыны ул ҡабалан…
Турғай "фыр" осто-китте,
Суҡышында — ал балан.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар